Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 18:25

Космодром төҙөлөшөндә хәҙер урлашмайҙар. Сөнки ғәйеплеләр проект һәм төҙөлөш эштәренән сикләтелгән.

Кисә Рәсәй Президенты “Көнсығыш” космодромы төҙөлөшөндә урлашыуҙар мәсьәләһен күтәргәйне. Президент раҫлауынса, “Көнсығыш”та тәртип юҡ, унда һаман да урлашалар, унлап енәйәт эше асылған, ләкин миллионлап урлайҙар.

Бер нисә сәғәттән матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков, Рәсәй Президентының һүҙҙәре космодромдың хәҙерге кураторҙарына ҡағылмай, тип белдереү яһаны.
Ысынлап та, космодром төҙөлөшөндә төҙөүселәр һәм подряд ойошмалары ун бер миллиард һум самаһы аҡса урлағандар, шуның 3,5 миллиарды ғына кире ҡайтарылған.
“Роскосмос” корпорацияһының башлығы Дмитрий Рогозин, урлашыуға мөнәсәбәте булғандар төҙөлөштән ситләтелде, мутлашыу осраҡтары хәҙер теркәлгәне юҡ, тине. Рогозин әйтеүенсә, енәйәт эштәре аҙағына еткерелгән, зыян өлөшләтә ҡаплатылған, ғәйеплеләр төрмәлә ултыра.
Читайте нас: