Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 10:10

Киптерелгән спиртлы продукция өсөн штраф түләйәсәктәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Киптерелгән спиртлы продукция етештергән һәм һатҡанөсөн Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, штраф түләтеүҙәр хаҡындаУказға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Киптерелгән спиртлы продукция етештергән һәм һатҡан өсөн Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, штраф түләтеүҙәр хаҡында Указға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн айырым граждандар 5 меңдән 20 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр 20 меңдән 50 меңгә тиклем, юридик шәхестәр 200 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.
Рәсәй территорияһында киптерелгән алкоголь продукцияһын тыйыу хаҡында Указ Дәүләт думаһы тарафынан 2018 йылдың декабрендә ҡабул ителгәйне һәм эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе ойошмалар тарафынан ыңғай баһа алды.
Ошондай уҡ закон Евросоюз илдәрендә һәм АҠШ-та ҡабул ителгән һәм эскелекте тыйыуҙа мөһим сараларҙың береһе булып тора.
Читайте нас: