Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 02:04

Дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу Рәсәй иҡтисадын күтәрәсәк. Сөнки проекттар эске тулайым продукттың үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.

Рәсәй иҡтисады тотороҡло һәм ышаныслы үҫеүен дауам итә. Беҙ йыш ҡына яҡтыртҡан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа беҙҙең йәшәү шарттарын яҡшыртырға, Рәсәй иҡтисадын күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Рәсәйҙең берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтенең төп йүнәлештәре ошо маҡсаттын сығып планлаштырылған.

Төп фондтарҙың һәм инфраструктураның яңырыуы, инвестицион ылыҡтырғыслыҡтың яҡшырыуы, хеҙмәт етештереүсәлегенең һәм кеше капиталының үҫеүе, дәүләт һәм шәхси секторҙа идара итеүҙең сифаты яңырыуы, иҡтисадтың төрләнеүе, сеймал һатыуҙан бойондороҡлолоҡтоң кәмеүе, аҡса-финанс шарттарының яҡшырыуы, йәғни, инфляцияның кәмеүе шуға дәлил булып тора. Иҡтисадсылар төҙөлөш материалдары етештереүҙең, машиналар төҙөү сәнәғәтенең нығыныуының дөйөм иҡтисадҡа ыңғай йоғонто яһарын фаразлай. Сөнки был осраҡта инфляцияның яңынан артыуы көтөлмәй.
2020-2022 йылдарҙа үҫеште инвестиция һәм иҡтисади әүҙемлек тәьмин итәсәк һәм был шарттар Рәсәй халҡының тормошоноң яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк, тип фараз яһала.
Читайте нас: