Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 09:58

Көнбайыш илдәре Путиндың еңеүҙәрен ауыр кисерә. Европаға күнергә тура киләсәк. Хәҙер донъя сәйәсәтен Рәсәй билдәләй.

Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә, Африкаилдәренең ҡайтарыу мөмкинлеге 0-гә тигеҙ 20 миллиард доллар бурысын ғәфү итепкенә ҡалманы, һөйләшеүҙәр барышында тағы ла аҡса һәм арзанлы, ләкин сифатлыҡорал вәғәҙә итте.

Октябрь Рәсәй өсөн донъяның сәйәси аренаһына триумф менән әйләнеп ҡайтыу һәм йоғонтоһон нығытыу айы булып тарихҡа инер, тип фаразлай күҙәтеүселәр. Яҡын Көнсығышта аҙмы-күпме тыныслыҡ урынлаштырыу, Эрдоган менән уртаҡ тел табыу һәм НАТО-ның тығыҙ сафтарын тарҡатыу, Сәғүд Ғәрәбстаны менән нефткә хаҡтарҙы билдәләү, Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, Африканың 40-лап иленән килгән лидерҙарҙы үҙ фекереңде тыңларға мәжбүр итеү, Меркель һәм Макрон менән ауыр, ләкин һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр – бына Рәсәйҙең бер ай эсендә өлгәшкән тулы булмаған еңеүҙәр нисбәте. Бөйөк Британияның “The Economist” баҫмаһы Көнбайыш илдәре лидерҙарын Владимир Путиндан өйрәнергә һәм өлгө алырға саҡыра.
Рәсәй үҙенең позцияларын нығыта һәм киләсәккә көслө аҙымдар яһай. Фәһемле миҫал. АҠШ президенты Дональд Трамп Африка илдәренә ярҙамды бөйөк дәүләттең лидеры сифатында түгел, ҡәҙимге бизнесмен кимәленән сығып фекер йөрөтәсәк. Йәнәһе, уларға ниңә ярҙам итергә, улар былай ҙа фәҡир, етмәһә, барыбер урлап бөтәсәктәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә, Африка илдәренең ҡайтарыу мөмкинлеге 0-гә тигеҙ 20 миллиард доллар бурысын ғәфү итеп кенә ҡалманы, һөйләшеүҙәр барышында тағы ла аҡса һәм арзанлы, ләкин сифатлы ҡорал вәғәҙә итте. Әйткәндәй, күп илдәр үҙҙәренең Рәсәйгә бурыслы икәнлеген Сочиға килгәс кенә белгән. Африка лидерҙарының ҡыуанышып ҡайтып киткәнен күрһәгеҙ. Сөнки улар, яңы ҡорал килгәндән һуң, власты ҡулдарында ныҡ һәм оҙаҡ тотасаҡ, тимәк, Рәсәй компаниялары сеймалға бай илдәр менән артабан да хеҙмәттәшлек итәсәк.
Европа Рәсәйгә мөнәсәбәтен үҙгәртергә мәжбүр буласаҡ. Хәҙер Франция һәм Германия Украинаға тәүге баҫымдарын яһап күрһәтте инде. Сөнки Донбасстағы ҡораллы бәхәсте Рәсәйҙән башҡа барыбер хәл итеп булмаясаҡ.
Путиндың тәүәккәл һәм яңғырауыҡлы аҙымдары тәүҙә Европа лидерҙарын һиҫкәндерҙе, аҙаҡ – уйландыра башланы. Хәлһеҙ, үҙ халҡына лайыҡлы тормош та тәьмин итә алмаған Рәсәй хаҡында оноторға һәм уның менән иҫәпләшергә тура килә. Иң көслө Етәү эргәһенә һигеҙенсе итеп Путинды ымһындырырға тырышыу бер һөҙөмтә лә бирмәне. Рәсәй өсөн бөгөн Етәүҙең уйыны түгел, иң көслө егерме дәүләт менән мөнәсәбәттәрҙе ҡороу мөһим. Унда Рәсәй лидерының һүҙе лә үтә.
Көнбайыш илдәре һәм НАТО берләшмәһенә нисек кенә ауыр булмаһын, күнергә һәм Рәсәй тәҡдим иткән сәйәси ҡағиҙәләрҙе ҡабул итергә тура киләсәк. Һиҙәһегеҙҙер, ҡыш яҡынлаша бит, уның бик ҡаты булыуы ихтимал, ә бер ҙә ипкә килергә уйламаған Украина менән һөйләшеүҙәрҙең, Рәсәй барлыҡ шарттарҙы ҡабул иткән осраҡта ла, осо-ҡырыйы юҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙенең мәшәҡәттәре менән Украина Европаның үҙәгенә үтте инде, хәҙер был илде Рәсәй үҙенә тулыһынса ҡушҡан осраҡта ла, Көнбайышта бер бәләнән ҡотолған һымаҡ ҡабул итәсәктәр һәм күнәсәктәр. Тик бындай ҙур проблема беҙҙең өсөн кәрәкме?
Читайте нас: