Баш федераль инспектор билдәләүенсә, милли проекттарҙы үтәү Волга буйы федераль округының һәм республика етәкселегенең төп бурыстарының береһе. Кәңәшмәлә Рәсәй өсөн иң үткер мәсьәләләрҙең үтәлеше проблемалары ҡаралды. Кәңәшмәлә “Демография”, “Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Мәғариф” һәм “Мәҙәниәт”милли проекттарының үтәлеше өсөн яуаплылар сығыш яһаны. Башҡортостан 12 милли проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, был проекттарҙы үтәү өсөн 2024 йылға тиклем 175 миллиард һум аҡса бүленгән. Кәңәшмәлә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу, яңы ФАП-тар төҙөү, райондарҙы һәм ҡалаларҙы күсмә медицина комплекстары менән тәьмин итеү, йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәктәренә ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыу мәсьәләләре ҡаралды.