Быйыл Улан-Удэ ҡалаһынан Түбәнге Ангараға осоусы самолеттың двигателе эшләүҙән туҡтағайны. Летчиктар самолетты аэропортҡа кире ҡайтарырға ҡарар итте, ләкин ултыртҡан саҡта ул осоу һыҙатынан сығып, таҙартыу ҡоролмаһына бәрелә һәм яна башлай.
Самолеттың борт-проводницаһы Елена Лапуцкая тиҙ генә ишектәрҙе асып, 43 пассажирҙың иҫән-һау ҡалыуын тәьмин итә. Батырлығы өсөн борт-проводница, Президент Указына ярашлы, Нестеров миҙалына лайыҡ була. Ошондай уҡ награда менән экипаждың икенсе пилоты Сергей Сазонов бүләкләнә. Рәсәй Президенты авария ваҡытында һәләк булған самолет командиры Владимир Коломинды һәм борт-механик Олег Бардановты, үлгәндән һуң, Батырлыҡ Ордендары менән наградлай.