Рәсәй дипломатияһының Яҡын Көнсығыштағы уңыштары берәүҙә лә шик уятмай. Етмәһә, РФ Президенты Владимир Путиндың Төркиә президенты Эрдоган менән уртаҡ тел табыуы, Африка илдәре менән саммит үткәреүе АҠШ-ты уйланырға мәжбүр итте.
Бәләкәй генә, ләкин яңғырауыҡлы еңеү кәрәк. Иң үткер Голливуд стилендә сюжет таптылар һәм тормошҡа ашырҙылар. Иғлан итеү ваҡытын билдәләнеләр һәм халыҡ хөкөмөнә сығарҙылар. “Ҡарағыҙ, күрегеҙ, һоҡланығыҙ, көнләшегеҙ! Беҙ уны юҡ иттек”. Әл Бағдадиҙың юҡ ителеүе хаҡында иғлан иткәндә АҠШ президенты Дональд Трамп хатта бер нисә тапҡыр тотлоҡто.
Тотлоҡмай ҡайҙа барһын, бер йылдан һайлауҙар, ә көндәштәр баҫып килә. Етмәһә, Рәсәй Президенты Путинды өлгө итеп ҡуялар. Уныһы тамам шашты, Төркиә менән курдтар араһындағы һуғышты туҡтатып ҡуйҙы.
Шуға күрә быға тиклем ун тапҡыр юҡ ителгән (аттылар, шартлаттылар, яндырҙылар һ.б.) әл Бағдадиҙы яңынан ҡорбан итергә тура килде.
Иң аҙаҡтан тапалған бер анекдот.
... – Ә теге тотолмаҫ Джонды ниңә һаман да ҡулға алмайҙар ул?
– Ә ниңә уны тотһондар? Уны бит берәү ҙә эҙләмәй.
Беҙҙең осраҡта күптәр донъяла әл Бағдади исемле ИГИЛ (Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошма) башлығы барлығын белде. Башҡа мәғлүмәттәр юҡ.