Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2019, 02:42

Беҙҙе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү байытасаҡ. Тик бының өсөн аҡса һәм түҙемлек кәрәк.

Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеүҙе һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Проект офисы эшләй. Күптән түгел офиста сираттағы кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә уның эшмәкәрлеге өсөн яуаплы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин билдәләүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу эшҡыуарлыҡты һәм инвестициялар йәлеп итеүҙе үҫтермәйенсә мөмкин түгел. Милли проекттар шәхси инвестициялар йәлеп итеүгә, тимәк, иҡтисадты үҫтереүгә нигеҙ һала.

Әлегә Башҡортостанда инвесторҙар 12 төбәк проектына аҡса һалыуға ризалыҡ биргән. Улар 2024 йылға тиклем сәнәғәтте үҫтереүгә 176 миллиард һумлыҡ инвестициялар – аҡса һаласаҡ.
Рәсәй иҡтисадын, шәхси инвесторҙарҙың ҡатнашыуынан тыш, ныҡлы үҫтереп булмаясаҡ. Ә милли проекттарға бүленгән сығымдарҙы тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнаша ала. Мәҫәлән, социаль объекттарҙы төҙөү, юл төҙөлөшө, газ-һыу үткәреү һымаҡ эштәрҙе шәхси предприятиелар башҡара. Тимәк, был эшмәкәрлекте артабан да үҫтереү зарурлығы көн һымаҡ асыҡ.
Читайте нас: