Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 10:31

Рәсәй Африка илдәренең 20 миллиард һумлыҡ бурысын ғәфү итте. Сочиҙа Рәсәй-Африка иҡтисади форумы эшләй.

Сочиҙағы форумда Африканың 50-ләп иленән вәкилдәр ҡатнаша һәм һөйләшеүҙәр алып бара. Форумдың тәүге сәғәттәрендә үк Рәсәй Президенты Владимир Путин Африка илдәренең 20 миллиард һумлыҡ бурыстарын ғәфү итеү тураһында иғлан итте. Хәйер, был бурыстарҙы ҡайтарыу өмөтө былай ҙа юҡ ине. #ВладимирПутин

Сочиҙағы форумда Африканың 50-ләп иленән вәкилдәр ҡатнаша һәм һөйләшеүҙәр алып бара. Форумдың тәүге сәғәттәрендә үк Рәсәй Президенты Владимир Путин Африка илдәренең 20 миллиард һумлыҡ бурыстарын ғәфү итеү тураһында иғлан итте. Хәйер, был бурыстарҙы ҡайтарыу өмөтө былай ҙа юҡ ине.
Владимир Путин: “Рәсәй Африка илдәренең иҡтисади үҫешенә ярҙам итә, сауҙала льготалар бирә, халыҡ-ара бәйләнештәрҙә теләктәшлек күрһәтә”, – тип билдәләне.
Рәсәй яғы иҡтисади сауҙа бәйләнештәрен артабан да үҫтерергә һәм тауар әйләнешен ике тапҡырға арттырырға тәҡдим итә. Африка дәүләттәре, Көнбайыш илдәренең иҡтисади ҡоллоғонан ҡотолоу маҡсатында, Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте ныҡлы үҫтереүгә ҡаршы түгел. Икенсенән, сеймал өсөн көрәш киләсәктә киҫкенләшәсәк, Африканың оҙаҡламай донъя иҡтисадының үҙәгенә әйләнеүе бик ихтимал. Ә Рәсәй был үҙәктең йоғонтоло партнерҙарының береһе булыуҙан баш тартмаясаҡ.
Читайте нас: