Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа “Экология” проблемаларын хәл итеү өсөн 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Яҡын йылдарҙа Рәсәйҙә барлыҡ рөхсәт ителмәгән полигондар юҡ ителергә һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 2301 га ерҙә 3 меңгә яҡын рөхсәтһеҙ асылған сүплек бар, уларҙа 29 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡтар тупланған. Был эш айырыуса Әбйәлил районында ҡатмарлы. Бында 78 полигон рөхсәтһеҙ эшләй.
Йыл башынан республикалағы законһыҙ асылған ҡалдыҡтар майҙанының 11,5 проценты ғына эшкәртелгән. Туғыҙ районда был эштәр, төрлө сәбәптәр арҡаһында, әле булһа башланмаған.
Министрлыҡҡа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе мобиль ҡорамалдарҙың мөмкинлектәрен өйрәнергә тәҡдим ителде. Улар һөҙөмтәле эшләргә һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш.
Милли проекттарға ярашлы, экологияны һаҡлау өсөн етерлек сығымдар бүленә. Тик финанслауҙы законға ярашлы тәьмин итергә һәм маҡсатлы тотонолоуына өлгәшергә кәрәк.