Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 02:12

Төп иғтибар – һаулыҡ һаҡлауҙы нығытыуға. Юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алына.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостанда киң ҡолас менән бара. Республикала өр-яңы дауаханалар, поликлиникалар төҙөлә, ФАП-тар асыла.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостанда киң ҡолас менән бара. Республикала өр-яңы дауаханалар, поликлиникалар төҙөлә, ФАП-тар асыла.
Ошо аҙнала “Яман шеш сирҙәре менән көрәш” республика программаһына ярашлы, онкология диспансерында заманса медицина ҡорамалдары эшкә ҡушыласаҡ. Яңы ҡорамалдар ярҙамында ҡатмарлы операциялар яһарға, яман шеш сирҙәрен алдан белергә мөмкин.
Мәскәүҙән килгән юғары квалификациялы табиптар урындағы белгестәрҙе яңы
ҡорамалдар менән эшләргә өйрәтәсәк.
Читайте нас: