“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм Республика Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эргәһендә өр-яңы заманса поликлиника төҙөләсәк.
Республиканың Капитал төҙөлөш идаралығы 1,04 миллиард һумлыҡ объектты төҙөүгә конкурс иғлан итте. Объект тулыһынса республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ, конкурста еңеүсе төҙөлөш ойошмаһы ноябрҙә эш башларға һәм ике йылдан эштәрҙе тамамларға тейеш.
Бынан тыш милли проекттар сиктәрендә бөгөн республикала 2,4 миллиард һумлыҡ заманса кардио-үҙәк төҙөлә.