Төркиә менән Сүриә сигендә хәрби хәрәкәттәр дауам итә. Төркиәнең “Тыныслыҡ шишмәһе” операцияһы күпселек илдәрҙе уға ҡаршы ҡуйҙы. Рәсәй әлегә Төркиә башлығы ҡолаҡ һалған берҙән-бер ил булып ҡала.
Владимир Путин төбәктә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн көсөргәнешле һөйләшеүҙәр алып бара. Кисә Путин менән Эрдоган телефон аша Сүриәләге хәл-ваҡиғаларҙы тикшерҙе һәм яҡын арала осрашырға ҡарар итте.
Рәжәп Эрдоган киләһе аҙнаға Рәсәйгә килергә тейеш, тип көтөлә.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Төркиә лидерының Рәсәйгә сәфәре 22 октябрҙә булыуы