Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Д. Медведев Президент эргәһендәге Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Советтың президиумы ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә Хөкүмәт башлығы статистик күрһәткестәрҙе үҙгәртеп яҙғандары өсөн төбәк башлыҡтарын етди тәнҡитләне.
Төбәктәрҙә, мәҫәлән, үлем осраҡтарын һандарҙы норматив акттарға яраҡлаштырып теркәгәндәр һәм тәнҡиттән ҡотолғандар. Был айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш сирҙәренән вафат булыусыларға ҡағылған.
“Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” милли проекттарын үтәгәндә артта ҡалыуҙарға юл ҡуйылыуы ла Хөкүмәтте борсой. Медведев төбәк башлыҡтарынан социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы тотҡарлау сәбәптәрен күрһәтеп, яҙма рәүештә аңлатма биреүҙәрен талап итте.