РФ Президенты Владимир Путин ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы. Президент ҡотлауында: “Ауыл хужалығы иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе, ул бөгөн ышаныслы үҫә, донъя баҙарында йоғонтоһо арта. Бөгөн Рәсәй 150-нән артыҡ илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Хәҙер Рәсәй иң күп иген һатҡан илдәрҙең береһе, шулай уҡ көнбағыш, рапс майы һатыу буйынса донъяла беҙ алдынғы урындарҙың береһендә”, – тип билдәләнә.