Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек советының даими ағзалары менән сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе. Кәңәшмәлә Сүриәләге хәрби-сәйәси хәл һәм Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мәсьәләһе ҡаралды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был мөһим мәсьәлә үткән аҙнала Хөкүмәт ултырышында ентекле өйрәнелде, октябрь аҙағында Дәүләт советында яңынан ҡараласаҡ.
Именлек советында һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүселәргә эш хаҡының заманса талаптарға яуап бирмәүе билдәләнде. Хөкүмәт был мәсьәләне даими контролдә тоторға һәм яңы тәҡдимдәр менән сығырға тейеш. Рәсәй Президентының күрһәтмәһенә ярашлы, 2020 йылдың аҙағына тиклем Хөкүмәт тармаҡта эшләүселәрҙең эш хаҡын көйләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.