Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 10:43

Радий Хәбиров: “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу төбәк иҡтисадына бығаса күрелмәгән ынтылыш бирәсәк”.

Радий Хәбиров: “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу төбәк иҡтисадына бығаса күрелмәгән ынтылыш бирәсәк”. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республиканың Инвестиция советында ҡатнашыусыларға: “Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә иң тәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған милли проекттарға нигеҙләнергә тейешбеҙ. Президенттың милли проекттары беҙ бығаса күрмәгән ынтылышҡа нигеҙ булып тора”, – тип мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республиканың Инвестиция советында ҡатнашыусыларға: “Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә иң тәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған милли проекттарға нигеҙләнергә тейешбеҙ. Президенттың милли проекттары беҙ бығаса күрмәгән ынтылышҡа нигеҙ булып тора”, – тип мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Башлығы дәүләт проекттарының дауамы булып торған социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу хаҡында Указға ҡул ҡуйып, төбәк алдына ҙур, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуйҙы.
Иҡтисадсы күҙәтеүселәр билдәләүенсә, төбәк Башлығының Указын тормошҡа ашырыу Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен бығаса күрелмәгән бейеклеккә күтәрәсәк. Яҡын йылдарҙа Башҡортостан 2 триллион һумлыҡ төбәк тулайым продуктына өлгәшеүҙе, 4 миллион тонна иген етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Радий Хәбиров: “Быға өлгәшеүе еңел булмаясаҡ. Ләкин үҙебеҙҙең алдыбыҙға ундай бурыстар ҡуймаһаҡ, беҙ быға өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Булыуы мөмкин, беҙ ҡайҙалыр туҡталырбыҙ. Бының ни өсөн булғанын аңлатырға кәрәк буласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, был Указ нормотив-хоҡуҡи документ, уны ҡабул итеүегеҙҙе һәм үтәүегеҙҙе һорайым”, – тип йомғаҡланы.
Читайте нас: