Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 02:04

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты. Етешһеҙлектәр хәл ителергә тейеш.

Былтыр Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙа, балалар үлеме артыуҙа имен булмаған төбәктәр исемлегендә ныҡлы урын алғайны. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тейеш.

Башҡортостанда федераль ҡаҙна иҫәбенә 20 миллиард һумлыҡ һаулыҡ һаҡлау үҙәге төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әле үҙәктең проекты әҙерләнә. Тәүге тәҡдимдәр буйынса үҙәк Өфөнөң Затон биҫтәһендә урын аласаҡ.
Үҙәктә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн дауахана, геронтология бүлеге, балалар өсөн дауахана, консультация һәм диагностика үҙәге һәм башҡа мөһим бүлектәр эшләйәсәк.
Әле милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауханаларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, ФАП-тарҙы яңыртыу, матди-техник базаны нығытыу буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Читайте нас в