Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 10:45

Владимир Путин Украинаға ҡара яҡмаҫҡа саҡыра. Бәлки беҙгә бер-беребеҙҙе аңларға кәрәктер.

Сочи ҡалаһында халыҡ-ара “Валдай” фекер алышыу форумы бара. Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһағандан һуң федераль каналдарҙа Украинаға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү хаҡында һорау булды. #ВладимирПутин

Сочи ҡалаһында халыҡ-ара “Валдай” фекер алышыу форумы бара. Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһағандан һуң федераль каналдарҙа Украинаға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү хаҡында һорау булды.
Владимир Путин: “Рәсәй каналдары иң яҡын күршене һәм туғандаш халыҡты бик үк яҡшы булмаған хәлдә күрһәтмәҫкә тейеш”, – тигән фекер әйтте. Был һүҙ ғәмәлдәге етәкселектең сәйәсәтенә ҡағылһа ла, халыҡтың бында ғәйебе юҡ. Владимир Путин билдәләүенсә, әгәр украиндар, уларҙың дәүләте Рәсәй телевидениеһында кире яҡтан ғына яҡтыртыла тип иҫәпләй икән, тимәк, Рәсәй программаларында “нимәлер етмәй”.
Рәсәй дәүләте башлығы бик урынлы һәм аҡыллы фекер әйтте. Ысынлап та, үҙәк телеканалдар Украина-Рәсәй мөнәсәбәттәрен бик әүҙем һәм бер яҡлы яҡтырта. Бындай болғансыҡ замандар үтер ҙә китер, беҙгә киләсәктә лә йәшәргә бит. Бәлки Рәсәй Президентының урынлы иҫкәрмәһенән һуң йөкмәтке үҙгәрер?
Читайте нас: