Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡайһы бер ҡатламдарҙың килемен һалымдан азат итеү хаҡында законға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында студенттар, аспиранттар бар. Шулай уҡ Рәсәй территорияһында терракттарҙан, тәбиғәт ҡазаларынан зыян күргән, ғәҙәттән тыш хәлдәргә осраған кешеләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары һалымдан азат ителә. Хөкүмәт шулай уҡ сит ил граждандары өсөн килемдән һалымды 30 проценттан 13 процентҡа тиклем кәметергә ниәтләй.
Рәсәй етәкселеге баҡсасылыҡҡа яңы һулыш биреү маҡсаты менән баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һалым ташламалары ярҙамында дәртләндереү сараһын күрергә булды. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған законға ярашлы, ширҡәттәр һәм ойошмалар яңы йылдан һалым ташламалары менән файҙалана ала.