Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 02:22

Кешеләр мәнфәғәтен ҡайғыртып... Хөкүмәт үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған милли проекттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ. Радий Хәбиров үҙе ҡул ҡуйған указға ярашлы 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре билдәле. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған милли проекттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ. Радий Хәбиров үҙе ҡул ҡуйған указға ярашлы 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре билдәле.
Был йүнәлештәр ҙур, ләкин үтәлерлек, тип билдәләй иҡтисадсылар. Мәҫәлән, указдың иң тәүге юлдарының береһендә БР Хөкүмәтенә яҡындағы биш йыл эсендә республика халҡын 4,1 миллионға еткереү бурысы ҡуйылған. Рәсәйҙә демографик көрсөк мәлендә бындай тәүәккәл маҡсаттар билдәләү һәм уларҙы үтәү еңелдән түгел. Тыуым кәмей, кешеләр эш һәм яҡшы йәшәү шарттары эҙләп күрше өлкәләргә күсенә. Шулай булғас, балалар һанын арттырыу өсөн күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтергә, инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға кәрәк.
Инвестициялар күренә башланы, 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында, былтырғы менән сағыштырғанда, план 114 процентҡа үтәлгән. Ошо йүнәлештә эште дауам итергә, өр-яңы предприятиелар асыу талап ителә.
Читайте нас: