Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 02:41

Николас Мадуро Рәсәйгә килә. Ул оҙаҡламай Владимир Путин менән осрашасаҡ.

Венесуэла президенты Николас Мадуро яҡын арала Рәсәйгә килеп етергә тейеш. Ул Рәсми сәфәре ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.

Венесуэла президенты Николас Мадуро яҡын арала Рәсәйгә килеп етергә тейеш. Ул Рәсми сәфәре ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.
Венесуэла бөгөн бик ауыр көндәр кисерә. Нефткә хаҡтарҙың төшөүе, АҠШ-тың Венесуэлаға ҡаршы сәйәсәт алып барыуы, оппозицияның хәҙерге властҡа ҡаршы көрәше Николас Мадуро хакимиәтен ҡаҡшатты. Шуға күрә хәҙерге президент үҙен яҡлаған илдәрҙән теләктәшлек һәм кредиттар эҙләргә мәжбүр.
Әлеге мәлдә Венесуэлала көстәр икегә бүленгән һәм улар уртаҡ тел табырлыҡ түгел. Рәсәй законлы һайланған президенттың башҡа илдәрҙең йоғонтоһо һөҙөмтәһендә властан китеүенә ҡаршы һәм Венесуэла халҡы үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә тейеш, тип иҫәпләй.
Читайте нас: