“Башкирец дважды изнасиловал 17-летнюю племянницу в поле”, – тип “Московский комсомолец” гәзите 18 быуат стилендә яҙмаһа, беҙ ошо бысраҡ мәғлүмәткә иғтибар ҙа итеп тормаҫ инек. “Ағиҙел” күтәрер, беҙ таратыр хәбәр түгел был. Милләт өсөн йәнебеҙ көйә, үҙенә ҡандаш һылыуын көсләгән бәндәнең милләте юҡ. Уны бары тик хайуан тип кенә атарға мөмкин.
Яңыраҡ бер гәзитебеҙ уҡыусы иғтибарын йәлеп итеү өсөн, милләттәшебеҙ ҡатынын атып үлтергән, тигән хәбәр таратты. Берәр башҡа милләт гәзитенең ошо хаҡта яҙғанын күргәнегеҙ бармы?
Ғөмүмән, эш шуға барып етте, хәҙер анкеталарҙа, паспорттарҙа милләтте өндәшмәйҙәр. Башҡарылған енәйәттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
“Московский комсомолец” алып барған сәйәсәт күптән билдәле: хәбәр таратырға, аҡса эшләргә. Бындай саҡта әҙәп, миһырбанлыҡ, хатта закон аяҡ аҫтына һалып тапала.
Йәрмәкәйҙән сыҡҡан хайуан әле ҡасып йөрөй икән. Шикләнмәйем, тоторҙар, ултыртырҙар, ундайҙарға төрмәлә лә аяу юҡ, тиҙәр. Артына күрә таман.
Ундайҙарҙан милләтте һорап тормаясаҡтар.