Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 11:02

Владимир Путин Алыҫ Көнсығышты хәстәрләй. Йәш ғаиләләр торлаҡ өсөн 2 процентлы ипотека менән файҙаланасаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр һанын күбәйтергә теләй. Ошо маҡсаттан сығып, Владимир Путин Хөкүмәткә 15 декабргә тиклем Алыҫ Көнсығышта йәшәүсе йәш ғаиләләр өсөн 2 процентлы ипотека бүлеү хаҡында закон проекты әҙерләргә күрһәтмә бирҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Алыҫ Көнсығыш бөгөн Рәсәйҙә халыҡ иң аҙ йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Хөкүмәттең ташламалы ипотека ставкаһы 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Әгәр тәҡдим уңышлы тип табылһа, ыңғай һөҙөмтәләр бирһә, уның файҙаланыу ваҡыты оҙонайтылыуы ихтимал.
#ВладимирПутин
Читайте нас: