Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 11:12

Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Указға ҡул ҡуйҙы. Уның үтәлеүе өсөн яуаплылыҡ барыһына ла ҡағыласаҡ.

Хөкүмәттең бөгөнгө ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем стратегик үҫеше хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Башлыҡ үҙенең сығышында билдәләүенсә, стратегик үҫеште республика етәкселеге ентекләп билдәләне. Оҙаҡламай хәбәрселәр менән буласаҡ осрашыуҙарҙа Хөкүмәт вәкилдәре төбәктең үҫеш йүнәлештәре хаҡында аныҡлап һөйләйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттар сиктәрендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тормошҡа ашырыу программаһын “Үҫештең беренсе биш йыллығы” тип атайҙар. Республика үҙ алдына тәүәккәл, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя. Пландар тормошҡа ашырылғандан һуң республика кеше потенциалы, тормош өсөн уңайлы мөхит, ихтисади үҫеш, инвестиция һәм инфраструктуралар буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы биш төбәк араһында урын алырға тейеш. Башҡортостан иҡтисади стратегияны үҙгәртә һәм ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсә.
Әгәр йәшәү шарттары яҡшырһа, 2024 йылға тиклем төбәк халҡы 4,1 милионға етергә тейеш. Демографик проблемаларҙы хәл итеү өсөн яңы эш урындары кәрәк. Башҡортостан үҙ алдына йыллыҡ инвестицияларҙы 450 млрд. һумға еткереү бурысын ҡуя. Ә эске төбәк тулайым продукты, йәғни, етештерелгән продукция күләме, 2 триллион һумдан артырға тейеш.
Читайте нас: