Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 07:00

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының тәҡдимдәре бар.

Ошо аҙнала “Демография” милли проектын хәл итеүгә Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡушылды. Улар һәр ғаиләгә аныҡ ярҙам күрһәтергә, йәштәр араһында аңлатыу эше алып барырға тәҡдим итә.

Ошо аҙнала “Демография” милли проектын хәл итеүгә Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡушылды. Улар һәр ғаиләгә аныҡ ярҙам күрһәтергә, йәштәр араһында аңлатыу эше алып барырға тәҡдим итә.
Социологтар билдәләүенсә беҙ бөгөн 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың, иҡтисади һәм сәйәси көрсөктөң кире йоғонтоһон кисерәбеҙ. Шул осор тыуған балалар быйыл өйләнешергә һәм малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтерергә тейеш ине, ләкин ул осорҙан һуң балалар әҙерәк тыуған.
Һәр ғаилә балалар үҫтереү өсөн барлыҡҡа килә. Ләкин хәҙер йәштәр иҡтисади тотороҡлолоҡ, дөрөҫөрәге, лайыҡлы эш хаҡы, торлаҡ булмайынса балалар үҫтерергә батырсылыҡ итмәй. Шуның өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре йәш ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ынтыла. Әгәр тиҙ арала саралар күрелмәһә, тыуымдың кәмеүе 2035 йылға тиклем дауам итәсәк. Шуның өсөн Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары билдәләүенсә, йәштәр араһында аңлатыу эштәрен киңерәк йәйелдерергә, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтергә, фатир һатып алыуҙа компенсациялар бирергә кәрәк.
Читайте нас: