Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 11:01

Радий Хәбировтың тәүге инаугурацияһы нисек үтәсәк? Тантаналар һәм концерттар көтөлмәй.

Радий Хәбировтың һайлауҙа триумф менән еңеүенән һуң байрам һәм тантаналар көҫәгәндәр тынысланды. Башҡортостандың яңы һайланған Башлығы сараны ҙур ваҡиғаға һәм тантаналарға әйләндереү яғында түгел. Инаугурация бөгөн буласаҡ һәм бик баҫалҡы үтәсәк.

Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡатнашыуы көтөлә.
БР Конституцияһына ярашлы, бөгөн төбәк Хөкүмәте тулыһынса отставкаға китәсәк һәм яңы башҡарма власть органын төҙөү башланасаҡ.
“Башлыҡ Хөкүмәтте яңынан ойошторасаҡ. Республикабыҙҙың яҡындағы биш йылда нисек үҫеүе Хөкүмәткә килгән кешеләрҙең эшмәкәрлегенә бәйле буласаҡ”, – тине Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Инаугурациянан һуң Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем үҫешен билдәләүсе пландар һәм аныҡ аҙымдар хаҡында мөһим документ менән таныштырасаҡ.
Читайте нас: