Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 06:45

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән ярҙам.

Рәсәйҙә бөгөн иң төп проблемаларҙың береһе – демографик көрсөк. “Демография” милли проектын ҡабул итеү һәм уны үтәү ошо проблеманы хәл итергә ярҙам итергә тейеш, тип көтөлә. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Рәсәйҙә бөгөн иң төп проблемаларҙың береһе – демографик көрсөк. “Демография” милли проектын ҡабул итеү һәм уны үтәү ошо проблеманы хәл итергә ярҙам итергә тейеш, тип көтөлә.
Үкенескә ҡаршы, әлегә Хөкүмәт тарафынан иғлан ителгән күп йүнәлешле матди ярҙам саралары ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Әгәр халыҡтың кәмеүе әлеге тиҙлектә дауам итһә, 2050 йылға Рәсәй халҡының 11 миллионға тиклем аҙайыуы көтөлә.
Рәсәй Хөкүмәте күп балалы ғаиләләргә ипотека түләүҙәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам тураһында мөһим документ ҡабул итте. Программаға ярашлы, 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем торлаҡҡа мохтаж ғаиләләрҙә өсөнсө бала тыуған осраҡта 450 мең һумлыҡ аҡса ипотеканы ҡаплау өсөн бүленә. Бындай ғаиләләр Рәсәйҙә байтаҡ һәм улар ипотекаға компенсация тураһындағы ғаризаны 25 сентябрҙән бирә ала.
Читайте нас: