Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 15:21

Илке-һалҡы йөрөгәндәргә еңел булмаясаҡ. Башлыҡ Хөкүмәткә ауыр, ләкин үтәлерлек бурыстар билдәләне.

Һайлау үтте, вәғәҙәләр онотолдо, тип иҫәпләгәндәр хаталана. Хәҙер республика өсөн иң яуаплы осор, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн арымай-талмай эш башлана.

Һайлау үтте, вәғәҙәләр онотолдо, тип иҫәпләгәндәр хаталана. Хәҙер республика өсөн иң яуаплы осор, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн арымай-талмай эш башлана.
Республика Башлығы Радий Хәбиров инаугурациянан һуң республиканың Үҫеш стратегияһы программаһын тәҡдим итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин илде үҫтереү өсөн Май указдарын ҡабул итһә, Президент Указдарына өҫтәп, Башҡортостанда Сентябрь документы тормошҡа ашырыласаҡ.
Үҫеш стратегияһы үҙ эсенә ауыр һәм яуаплы, ләкин үтәлерлек программаны ала. Бында пафос һәм лозунгылар юҡ, барыһы ла халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға, кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән.
Үткән ун бер ай хәҙерге республика етәксеһе Радий Хәбировтың талапсан һәм маҡсатҡа ынтылышлы Башлыҡ икәнлеген һүҙҙә түгел, аныҡ эштәрҙә раҫлап өлгөрҙө. Күпселек халыҡ яңы Башлыҡ нигеҙ һалған башланғыстарҙы хупланы һәм ҡабул итте. Хәҙер эшләргә һәм Үҫеш стратегияһында билдәләнгән программаны үтәргә ҡала.
Читайте нас: