Геннадий Зюганов фекеренсә, бөгөн Рәсәй һайлау системаһы “ремонтлау”ға мохтаж. “Бөгөн төрлө фирҡәләр лидерҙарын йыйып, һайлау закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында кәңәшләшеүгә ихтыяж бар. Һайлау реформаһы илде һәм сәйәси системаны нығытасаҡ”, – ти Рәсәй коммунистары башлығы.
Владимир Путин Геннадий Зюгановтың һайлау системаһын камиллаштырыу хаҡында тәҡдиме буйынса фекер алышыу менән ризалашты. Президент фекеренсә, илдең сәйәси системаһы “тере организм” булып тора һәм уны һөҙөмтәле итеү өсөн яңыртып торорға кәрәк.
Ошо йүнәлештә фирҡәләр менән берлектәге һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.