Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 11:10

Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй комплекстарына мохтаж. Владимир Путин мосолмандарҙы таң ҡалдырҙы.

Бөгөн иң көнүҙәк темаларҙың береһе – террористарҙың пилотһыҙ осоусы аппараттарының Сәғүд Ғәрәбстанының нефть эшкәртеү заводтарына көтөлмәгән һөжүме һәм нефткә хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеүе.

Бөгөн иң көнүҙәк темаларҙың береһе – террористарҙың пилотһыҙ осоусы аппараттарының Сәғүд Ғәрәбстанының нефть эшкәртеү заводтарына көтөлмәгән һөжүме һәм нефткә хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеүе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ваҡиғаларға баһа биреп, Сәғүд Ғәрәбстанына С-300 йә С-400 комплекстарын һатырға әҙер икәнлектәрен белдерҙе.
Владимир Путин: “Изге Ҡөрьәндә үҙ ырыуыңды яҡлауҙан тыш, һөжүмдең башҡа бер төрөнөң дә ҡабул ителмәүе хаҡында әйтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселеге үҙ илен һаҡлаһын өсөн тейешле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Үҙ ваҡытында Иран етәкселеге С-300, әле Эрдоган С-400 комплексын һатып алып, бик аҡыллы аҙым яһаны”, – тип билдәләне.
Рәсәй Президентының был һүҙҙәре, айырыуса изге Ҡөрьәнгә һылтаныуы, барлыҡ мосолман дәүләттәре буйлап таралды һәм күптәрҙе ғәжәпләнергә мәжбүр итте.
Читайте нас: