Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 11:37

Владимир Путин кисә Дағстанда булды. Рәсәй менән идара итеү шылағайҙар эше түгел.

Ошо көндәрҙә Дағстан республикаһының Ботлех ауылында булған ваҡиғаларға 20 йыл тулды. Ошо айҡанлы, Рәсәй Президенты Дағстанға килде һәм Ботлех халҡы менән осрашты. Ошонда асылған мемориаль комплексҡа сәскәләр һалды, ҡорбандар иҫтәлегенә баш эйҙе, Ботлехты һаҡлап ҡалған ополченецтар менән осрашты.

Владимир Путин: “Дағстанда изге күңелле һәм батыр рухлы кешеләр йәшәй. Шуның өсөн Рәсәй менән шылағай етәкселек итә алмай”, – тип билдәләне. Рәсәй Президенты дағстандар менән ихлас, ябай аралашты. 1999 йылдың көҙөндә Владимир Путин, еңгәс, эсербеҙ, тип йөҙ грамм ҡалдырған булған икән, шуны түңкәреп күрһәтте. Аэропортта Владимир Путинды Мәскәүгә оҙатҡанда көрәшсе Хәбиб Нурмөхәмәтов атаһы менән килеп ҡушылды. Рәсәй Президенты менән көрәшсе араһында Хәбибтең һуңғы алышы тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә булды.
Өҫтәп, шуны әйтәйек, Владимир Путин Хәбиб Нурмөхәмәтовҡа ике йыл элек, кәрәк булһа, үҙемә туп-тура шылтырат, тип, кеҫә телефоны һандарын биргәйне. Хәбиб таныуынса, әлегә ул был мөмкинлектән бер тапҡыр ҙа файҙаланмаған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: