Былар нимә яҙа икән, тип аптырайһығыҙҙыр инде. Хәҙер аңлатабыҙ. Благовещен районында Туғай ауыл советы билмәһенә ҡараған, дәкин бер картала ла нөктә таба алмаған ҡасаба бар. Исемгенәһе – Керамика, имеш. Керамика булғас, төшөнгәнһегеҙҙер, эргәләге предприятиелар өсөн балсыҡтан нимәлер әтмәләгәндәр.
Ҡасаба территориаль яҡтан Благовещан районына ҡарай, ә халҡы баш ҡаланың Калинин районында теркәлгән. Рәсәйҙә генә осрарлыҡ хәл: йәшәгән йорттары – күрше райондыҡы, ә кешеләре – Өфөнөкө.
Бөгөн Керамиканың һәм халҡының яҙмышы ыңғай хәл ителде. Өфө ҡала советы депутаттары ҡасабаны баш ҡала иҫәбенә кертте. Ошоноң менән ҡасабаларҙы Өфөгә ҡушыу тамамланыр тип өмөтләнгәндәр хаталана – бындай берләшеүҙәр артабан да булыр әле.