Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 10:36

Радий Хәбиров ғәҙел, ышаныслы, лайыҡлы еңеүгә өлгәште. Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 71 проценттан ашыуы ҡатнашты.

Шулай итеп, ғәмәлдәге рейтинг фараздары был юлы ла хаталаныуға юл ҡуйманы, Радий Хәбиров тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың 82 проценты самаһы тауышын йыйып, күптәр һоҡланырлыҡ еңеүгә өлгәште. Еңеү хаҡында кисә үк, һайлау участкалары ябылыу менән, билдәле ине. Һайлауҙан сыҡҡас, фекер белешеү һөҙөмтәләре 83 процент күрһәткес менән Радий Хәбиров файҙаһына ине.

Шулай итеп, ғәмәлдәге рейтинг фараздары был юлы ла хаталаныуға юл ҡуйманы, Радий Хәбиров тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың 82 проценты самаһы тауышын йыйып, күптәр һоҡланырлыҡ еңеүгә өлгәште. Еңеү хаҡында кисә үк, һайлау участкалары ябылыу менән, билдәле ине. Һайлауҙан сыҡҡас, фекер белешеү һөҙөмтәләре 83 процент күрһәткес менән Радий Хәбиров файҙаһына ине.
Һайлауҙан һуң Радий Хәбиров матбуғат үҙәгенә килде һәм һайлаусыларға, матбуғат саралары хәбәрселәренә үҙенең рәхмәтен белдерҙе. Хәбәрселәр яңы ғына һайланған Башлыҡтан иннагурацияның 19 сентябргә тәғәйенләнеүе, әлеге Хөкүмәттең ҙур булмаған үҙгәрештәр менән эшен дауам итеүе, 9 сентябрь ғәҙәттәге эш көнө булыуы, яңы премьер-министрҙың тәғәйенләнеүе хаҡында ишетте.
Күҙәтеүселәр һайлауҙарҙың тыныс үтеүен, закон боҙоуҙарға юл ҡуйылмауын билдәләне. Ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар тауыш биреү һөҙөмтәләренә йоғонто яһаманы, һайлауҙар өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар ине.
Башлыҡ вазифаһына башҡа дәғүәселәр әллә ни ҙур күрһәткестәргә өлгәшә алманы һәм улар яғынан үпкәләргә урын юҡ һымаҡ. Мәҫәлән, төбәк компартияһы башлығы Юнир Ҡотлоғужин үҙенең 7 процент самаһы тауыштары менән төбәктең икенсе урында торған сәйәсмәне исемен ҡулдан ысҡындырманы. Унан ҡала либерал-демократ Иван Сухарев – 4,7 процент самаһы. “Ғәҙел Рәсәй”ле Юрий Игнатьев – 1,2 процент, Зөлфиә Ғайсина – 1,6, Рәфис Ҡадыров – 1,1. Ә инде Владимир Барабаш менән Владимир Кобзев берәр процент та йыя алманы.
Һайлауҙың тәүге ыңғай һығымталары: республика халҡы төрлө төркөмдәргә бүленеүгә юл ҡуйманы, абсолют күпселек ышаныс мандатын көслө һәм тәжрибәле етәксегә тапшырҙы. Үткән ун бер ай эсендә Радий Хәбиров халыҡ күптән көткән ыңғай башланғыстарға нигеҙ һалды, үҙенең тынғыһыҙ, талапсан башлыҡ булыуын һүҙ менән түгел, аныҡ эштәргә таянып раҫланы. Халыҡ быға тиклем хакимлыҡ иткән хужаһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан, вайымһыҙлыҡтан тамам йонсоғайны. Ләкин Башлыҡ һайланды, Башлыҡ барыһын да хәл итәсәк, ялҡауҙарҙы һәм һәләтһеҙҙәрҙе урындарынан осорасаҡ, тәртип урынлаштырасаҡ, тип көтөп ултырыу бер ҡатлылыҡ булыр ине. Хәҙер беҙгә эшләргә, халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн ең һыҙғанып тир түгергә тура киләсәк. Сөнки егәрле, хатта кәрәк булһа, ҡаты ҡуллы Башлыҡты беҙ үҙебеҙ һайланыҡ.
Читайте нас: