Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 10:38

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Оҙаҡламай икенсе смена менән хушлашабыҙ.

“Мәғариф” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыусиктәрендә өр-яңы уҡыу йорттары төҙөү Өфө ҡалаһы уҡыусыларын тулыһынса берсменала уҡытыуға күсереү мөмкинлеге бирәсәк. Быйылғы уҡыу йылында баш ҡалалауҡыусыларҙың 15 проценты ғына икенсе сменала белем ала.

“Мәғариф” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу сиктәрендә өр-яңы уҡыу йорттары төҙөү Өфө ҡалаһы уҡыусыларын тулыһынса бер сменала уҡытыуға күсереү мөмкинлеге бирәсәк. Быйылғы уҡыу йылында баш ҡалала уҡыусыларҙың 15 проценты ғына икенсе сменала белем ала.
Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн алты мәктәп реконструкция ярҙамында киңәйтелә, матди-техник базалар нығытыла. Затон, Балан биҫтәләрендә ике заманса мәктәп төҙөлә, Инорста 1650 урынлыҡ мәктәптең проекты әҙерләнә.
Өфө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә башҡа уҡыу йорттары төҙөү икенсе сменанан тулыһынса баш тартарға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан мәктәптәре киләсәккә ҡарап йәшәй. Яҡын йылдарҙа балалар өсөн технопарк асыу ҡаралған. Унда һәләтле балалар роботтар, үҙ аллы эшләүсе машиналар төҙөү менән шөғөлләнәсәк.
Читайте нас: