Кисә Башҡортостанда һайлауҙар алдынан ғына була торған тынлыҡ көнө иғлан ителде. Был көндө өгөт-нәсихәт эштәре менән шөғөлләнеү ҡәтғи тыйыла. Һайлаусы үҙ алдына кем өсөн тауыш бирергә кәрәклеген тыныс шарттарҙа хәл итергә тейеш.
Үкенескә ҡаршы, ике кандидат тынлыҡ көнөн боҙоп, социаль селтәрҙәр аша үҙҙәре файҙаһына агитация алып барған. Береһе һайлаусылар менән фотоға төшөп, үҙ сәхифәһенә элгән, икенсеһе туранан-тура өгөтләү менән шөғөлләнгән.
Шуныһы ҡыҙыҡ, закон боҙоуҙы һайлау комиссияһы түгел, социаль селтәрҙәрҙә
файҙаланыусылар күреп ҡалған һәм был хаҡта үҙҙәренең сәхифәләрендә хәбәр иткән.