Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 19:30

Ташламаларға юл асыусы беләҙектәргә ихтыяж ҙур. Сауҙа нөктәләрендә, күңел асыу урындарында сираттар.

Ташламаларға юл асыусы беләҙектәргә ихтыяж ҙур. Сауҙа нөктәләрендә, күңел асыу урындарында сираттар. Һайлау башланғандан көндөҙгө өскә тиклем үҙ бурысыңды үтәһәң, һиңә ташламалар биреүсе беләҙек кейҙерәләр. Ғүмерҙә булмаған хәл. Өфө ҡалаһының ял парктарында кешеләр күбәйҙе, музейҙарға һәм планетарийға оҙон сираттар барлыҡҡа килде. “Өфө һайлай” сараһына ярашлы, беләҙекле һайлаусыларҙы иртәнге 11-ҙән киске 18 сәғәткә тиклем бушлай хеҙмәтләндерәләр. Ә 9 сентябрҙән 11-нә тиклем 50 процент ташлама ҡаралған. Был көндәрҙә планетарий 12, 14, 16.30 сәғәттәрҙә эшләй.

Һайлау башланғандан көндөҙгө өскә тиклем үҙ бурысыңды үтәһәң, һиңә ташламалар биреүсе беләҙек кейҙерәләр. Ғүмерҙә булмаған хәл. Өфө ҡалаһының ял парктарында кешеләр күбәйҙе, музейҙарға һәм планетарийға оҙон сираттар барлыҡҡа килде. “Өфө һайлай” сараһына ярашлы, беләҙекле һайлаусыларҙы иртәнге 11-ҙән киске 18 сәғәткә тиклем бушлай хеҙмәтләндерәләр. Ә 9 сентябрҙән 11-нә тиклем 50 процент ташлама ҡаралған. Был көндәрҙә планетарий 12, 14, 16.30 сәғәттәрҙә эшләй.
Һеҙ планетарийҙан алыҫ йәшәйһегеҙме? Юҡҡа борсолаһығыҙ, “Башавтотранс” предприятиеһының өр-яңы автобустары, трамвай һәм троллейбустар һеҙҙе бушлай хеҙмәтләндерәсәк. Әгәр ҡулығыҙҙағы беләҙекте күрһәтһәгеҙ.
Читайте нас: