Мортаза Ғөбәйҙулла улы, һәр ваҡыттағыса, көр кәйеф менән үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыш бирер алдынан ентекләп, бюллетень менән танышты. Мортаза Рәхимов һайлау участкаһы ағзалары менән аралашты, уларҙың хәлдәрен белеште, хатта шаяртып алырға ла мөмкинлек тапты.