Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 13:19

Һайлау участкаларында ла, йәрминкәләрҙә лә көтәләләр. Көҙгө байлыҡ Өфө майҙандарын биҙәй.

Һайлау участкаларында ла, йәрминкәләрҙә лә көтәләләр. Көҙгө байлыҡ Өфө майҙандарын биҙәй. Шәмбе Өфө ҡалаһында көҙгө йәрминкәләр миҙгеле башланды. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың тиҫтәләп майҙанында йәшелсә, еләк-емеш, бал менән сауҙа итте. Кисә байтаҡ кеше ҡышҡылыҡҡа көҙгө байлыҡты һатып алып өлгөрҙө. Өфө ҡалаһында йәрминкәләр бөгөн дә дауам итә.

Шәмбе Өфө ҡалаһында көҙгө йәрминкәләр миҙгеле башланды. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың тиҫтәләп майҙанында йәшелсә, еләк-емеш, бал менән сауҙа итте. Кисә байтаҡ кеше ҡышҡылыҡҡа көҙгө байлыҡты һатып алып өлгөрҙө. Өфө ҡалаһында йәрминкәләр бөгөн дә дауам итә.
Мәҫәлән, Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, һәр йылдағыса, бал йәрминкәләре эшләй. Спорт һарайы майҙаны алдында картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған һәм башҡа йәшелсә, еләк-емеш, алма, төрлө ҡайнатмалар һатып алырға мөмкин. Бал һатып алырға теләүселәр күп, сөнки йәйҙең һыуыҡ килеүе, балдың әҙ булыуы, тимәк, хаҡының артыуы хаҡында һөйләй. Бар сағында алып ҡалырға кәрәк. Һайлауҙан һуң йәрминкәгә, йәки йәрминкәнән һуң һайлауға барырға мөмкин.
Читайте нас: