Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ҙур тәжрибә туплаған. Бөгөн ул хәбәрселәргә үҙенең күҙәтеүҙәре хаҡында һөйләне. Баҡ тиһәң, тәфтиш изоляторҙарында ултырыусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын бик теүәл үтәй һәм күпселек осраҡта либераль-демократтар өсөн тауыш бирә икән.
Был хәл Башҡортостан учреждениеларына ла ҡағыла булып сыҡты. Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан изоляторҙарында тәфтиш эштәренең бөтөүен көтөп ятыусыларҙың йөҙ проценты һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Өйҙә арестҡа дусар ителгән 180 кеше һайлау участкаларында тауыш биргән. Ә тәфтиш изоляторҙарында ултырыусы 1334 ғәйепләнеүсе лә тауыш биреүҙә тулыһынса ҡатнашҡан.
Социологтар бының серен ябай ғына аңлата. Тәфтишкә дусар ителеүсе үҙен тулы хоҡуҡлы гражданин итеп таный, уның ҡаҙна йортона килеп эләгеүе осраҡлы хәл, бына-бына суд тамамланасаҡ һәм уның ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбатлаясаҡ. Икенсенән, тәфтиш оҙаҡ бара, ғәйепләнеүсе күңелһеҙ тормоштан йонсой, һайлауҙа ҡатнашыу уның өсөн бәләкәй генә бер тамаша ғына.
Шуға күрә ғәйепләнеүселәр һайлауҙарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең тормошон төрләндерергә тырыша. Иректә йәшәп, үҙ ихтыярың менән тауыш биреүгә етәме һуң инде!