V Көнсығыш иҡтисади форумының Рәсәй тарихына инеп ҡалыуы бик ихтимал. Сөнки Президент Владимир Путиндың тәҡдиме илебеҙҙә йәшәүсе, яңы торлаҡҡа өмөт итеүсе йөҙәр меңдәрсә ғаиләгә ҡағыласаҡ. Президент Алыҫ Көнсығыш Федераль округында йәш ғаиләләр өсөн 2 процентлы торлаҡ ипотекаһы индерергә тәҡдим итте.
Ипотека кредиты быйыл уҡ Алыҫ Көнсығышты үҫтереү фонды иҫәбенә федераль ҡаҙнанан финанслана башлаясаҡ. Эксперттар раҫлауынса, 2 процентлы ташламалы ипотека ысын мәғәнәһендә алға ынтылыш булып тора. Барыһына ла мәғлүм, Рәсәйҙең иң бай төбәктәренең береһе бөгөн хеҙмәт ресурстары етмәүҙән, демографик проблемаларҙан иҡтисади ауырлыҡтар кисерә.
Йыллыҡ ставкаһы 2 процент тәшкил иткән ипотека кредиты әлегә Рәсәй тарихында булмаған хәл. Владимир Путиндың был тәҡдиме Алыҫ Көнсығыш иҡтисади форумында иң ҙур иғтибарға лайыҡ булғандарҙың береһенә әйләнде. Президент бының менән генә сикләнмәне, Алыҫ Көнсығышта эшләүсе табиптарға һәм уҡытыусыларға эш хаҡын ике тапҡыр арттырырға тәҡдим итте.
Был файҙалы башланғыстарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә өмөт һәм
ышаныс менән ҡабул иттеләр. Әгәр Президент күрһәтмәләре уңышлы тормошҡа
ашырылһа, улар һиҙелерлек һөҙөмтә бирһә, Рәсәй кимәлендә файҙаланылырына өмөт