Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 10:48

Юлдар төҙөлә, сифат яҡшырамы һуң? Әгәр һеҙҙең юлда соҡор осраһа...

Юлдар төҙөлә, сифат яҡшырамы һуң? Әгәр һеҙҙең юлда соҡор осраһа... “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын өс тапҡыр кәметер, тип көтөлә. Шулай ҙа юлдарҙа һәләкәттәр йыш була, ҡорбандар ҙа байтаҡ иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2019 йылдың тәүге яртыһында Рәсәй юлдарында 306 бала һәләк булған, ете меңләбе тән йәрәхәттәре алған. Был һандар, элекке йылдар менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк, ләкин тынысланырға иртә әле... #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын өс тапҡыр кәметер, тип көтөлә. Шулай ҙа юлдарҙа һәләкәттәр йыш була, ҡорбандар ҙа байтаҡ иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2019 йылдың тәүге яртыһында Рәсәй юлдарында 306 бала һәләк булған, ете меңләбе тән йәрәхәттәре алған. Был һандар, элекке йылдар менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк, ләкин тынысланырға иртә әле.
Республика ҡалалары һәм райондарында юл төҙөлөшө киң ҡолас менән бара. Тулы мәғлүмәтте “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан Республикаһы юлдары” төркөмөнән алырға була. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының үтәлеше тулы сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы өсөн ул бик мөһим. Ҡайҙа юлдар ремонтлана, ҡайҙа сикләүҙәр йәки тығындар булыуы мөмкин, юлдарға ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ ошо сайтта тулы сағылыш тапҡан. Һеҙ көн дә үтеп йөрөгән юлдың сифаты, осрап торған соҡорҙар, әлбиттә, һеҙҙә ризаһыҙлыҡ тойғоһо уятасаҡ. “Бәйләнештә” социаль селтәренә инеп, һеҙ был хаҡта хәбәр итә алаһығыҙ. Әгәр кисен һеҙ ҡайтыуға соҡор ямалған булһа, ғәжәпләнмәгеҙ, тимәк, һеҙҙе ишеткәндәр.
Читайте нас: