Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 10:30

Президент Иркутск өлкәһенә өсөнсөгә килде. Путин чиновниктың әҙәпһеҙлегенә күрһәтте.

Президент Иркутск өлкәһенә өсөнсөгә килде. Путин чиновниктың әҙәпһеҙлегенә күрһәтте. Иркутск өлкәһенең һыу баҫҡан төбәктәрендә хәлдәр бик ҡатмарлы. Әгәр насар булмаһа, ил башлығы бында өсөнсөгә килмәҫ ине. Владимир Путин ябай халыҡ менән осрашты, уларҙың ялыуҙарын тыңланы. Күренеп тора, Президент ҡаза күргәндәргә ярҙам, торлаҡ төҙөлөшө, етәкселектең ябай халыҡҡа мөнәсәбәте менән риза түгел... #ВладимирПутин

Иркутск өлкәһенең һыу баҫҡан төбәктәрендә хәлдәр бик ҡатмарлы. Әгәр насар булмаһа, ил башлығы бында өсөнсөгә килмәҫ ине. Владимир Путин ябай халыҡ менән осрашты, уларҙың ялыуҙарын тыңланы. Күренеп тора, Президент ҡаза күргәндәргә ярҙам, торлаҡ төҙөлөшө, етәкселектең ябай халыҡҡа мөнәсәбәте менән риза түгел.
Етмәһә, бер нисә аҙна элек урындағы губернаторҙың матбуғат сәркәтибе Ирина Алашкевич осрашыуға килгән халыҡты эскеселәр, берәҙәктәр, әтрәгәләмдәр тип баһалағайны. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар чиновниктың был ҡылығы хаҡында Путинға еткереүҙе кәрәк тип тапты һәм уны отставкаға ебәреүҙе һораны. Әлбиттә, ил Президенты вазифаһына бындай ваҡ чиновникты (хәйер, былтыр ҡаҙнанан 5400000 эш хаҡы алған) отставкаға ебәреү ҡаралмаған. Владимир Путин: “Әгәр шулай тип әйтһә, ул бик әҙәпһеҙ кеше. Мин уға ҡарата әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтә алмайым, ләкин ул быға лайыҡ. Губернатор уға тейешле ҡарар ҡабул итер, тип уйлайым”, – тип әйтте.
Владимир Путин Тулун ҡалаһында урта мәктәптәрҙең береһендә булды, балаларҙы Белем көнө менән ҡотланы һәм, кәрәк булһа, бында тағы киләсәген белдерҙе.
Читайте нас: