Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 10:35

Рәсәй Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнә. Ҡунаҡтар араһында Монголия етәксеһе бар.

Рәсәй Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнә. Ҡунаҡтар араһында Монголия етәксеһе бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия президенты Халтмаагийна Батургу әфәндене Мәскәүгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үткәреләсәк тантаналарға саҡырҙы. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия президенты Халтмаагийна Батургу әфәндене Мәскәүгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үткәреләсәк тантаналарға саҡырҙы.
Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй дәүләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ярҙамы өсөн Монголия халҡына рәхмәтле. Монголия фронтҡа теләктәшлек йөҙөнән совет һалдаттары өсөн йылы кейем, аҙыҡ-түлек, аттар оҙатҡан. Монгол халҡы үҙ иҫәбенә танк колоннаһы, самолеттар эскадрильяһы ойошторған.
Владимир Путин үҙе оҙаҡламай Монголияның Халхин-Голдағы еңеүнең 80 йыллығын байрам итергә барасаҡ.
Читайте нас: