Польшала Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы айҡанлы матәм саралары үтә. Байрамға саҡырылған 40 илдең делегациялары араһында дәһшәтле һуғыштың төп ауырлығын күтәргән, тиҫтәләрсә миллион ҡорбан биргән, Польшаны фашист ҡоллоғонан ҡотҡарған, ошо дәүләтте хәҙерге сиктәренә ҡайтарған Рәсәй вәкилдәре юҡ.
Рәсәй дәүләте етәкселеге Польша етәкселегенең был аҙымын тыныс ҡабул итте. Борсолаһы юҡ, байрам саралары яңы башланып тора. Ана, АҠШ-тан Дональд Трамп та килмәне, дөрөҫ булһа, гольф уйнап йөрөгән.
Тантаналар ваҡытында Германия президенты Франк-Вальтер Штайнмайер поляк һәм немец телдәрендә фашистарҙың ҡылған яуызлыҡтары өсөн Польша халҡы алдында ғәфү үтенде. Был иң юғары кимәлдә тәүге ғәфү үтенеү. Шул уҡ ваҡытта, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡорбан булған 600 мең совет һалдатын иҫкә төшөрөүсе булманы.
2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы тантаналы рәүештә билдәләнәсәк. Рәсәй төрлө ҡитғаларҙан еңеү шатлығын яңынан уртаҡлашыр, ҡорбандарҙы иҫкә алыр, хәтерҙе яңыртыр өсөн ҡунаҡтар саҡыра. Ҡунаҡтар араһында, әлбиттә, Германия президенты Франк-Вальтер Штайнмайер әфәнде лә булыр. Тик немец президенты был юлы Рәсәй халҡы алдында рус һәм немец телдәрендә ғәфү үтенерме икән?
Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?