Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 10:05

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Мәктәптәрҙә – беҙҙең киләсәк!

Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башланды. Башҡортостанда уҡыу йылы беренсе тапҡыр биш көнлөк белем биреү сифатында ойошторола. Эште яңыса ойоштороу өр-яңы талаптар һәм бурыстар ҡуя. “Мәғариф” милли проектын һәм уның төбәк йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу мәктәптәрҙәге байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Уларҙың иң киҫкендәренең береһе – хәҙерге мәктәптәрҙә урын етмәү сәбәпле, белем биреүҙең ике сменала ойошторолоуы. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башланды. Башҡортостанда уҡыу йылы беренсе тапҡыр биш көнлөк белем биреү сифатында ойошторола. Эште яңыса ойоштороу өр-яңы талаптар һәм бурыстар ҡуя. “Мәғариф” милли проектын һәм уның төбәк йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу мәктәптәрҙәге байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Уларҙың иң киҫкендәренең береһе – хәҙерге мәктәптәрҙә урын етмәү сәбәпле, белем биреүҙең ике сменала ойошторолоуы.
“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу республика ҡалаларында һәм райондарында өр-яңы мәктәптәр төҙөргә мәмкинлек бирә. Бөгөн Башҡортостанда ун бер мәктәп, икәүһе – Өфөлә, туғыҙы – ҡалаларҙа һәм райондарҙа, ишектәрен асасаҡ. Был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Волга буйы Федераль округының башҡа төбәктәрендә, мәҫәлән, Татарстанда – биш, ҡалғандарында – берәр, икешәр мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Яңы уҡыу йылында Өфө ҡалаһының 64-се, 93-сө гимназиялары, 53-сө лицейы, федераль проектҡа ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһының “Төп мәктәбе” сифатында эш башлай. 11-се мәктәптә БДМУ-ның медицина кластары, 44-се мәктәптә телдәрҙе өйрәнеү кластары эшләй башлай.
Мәктәптәрҙә туҡланыу стандарт менюҙар буйынса ойоштороласаҡ. “Алға” картаһы ярҙамында туҡланыу, транспорт өсөн дә хисаплашырға мөмкин.
Читайте нас: