Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Урал-тау металлургия компанияһы быйыл республика Хөкүмәте менән Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү хаҡында килешеү төҙөгәйне. Шуға ярашлы, компания ер аҫты руднигы төҙөүгә 50 миллиард һумлыҡ инвестициялар һалырға теләй. Радий Хәбиров: “Ятҡылыҡты үҙләштереү компания етәкселеге менән килешеү буйынса эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк”, райондың социаль тармағы үҫешәсәк, ҡаҙнаға һалым түләү артасаҡ.
Компанияның генераль директоры Андрей Козицын: “Республикала инвестициялар һалыу, табышлы эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Беҙҙең предприятие яңы эш урындары булдырыу, һалым түләү өсөн үҙ мөмкинлектәрен файҙалана”, – тине.
Радий Хәбиров юл ыңғайы Йылайыр районында ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, әүҙем йәштәр менән осрашты, Шәйехзада Бабич исемендәге гимназия уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән әңгәмәләште.
– Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән йылдарымда, миндә халҡыма хеҙмәт итеү, барлыҡ көсөмдө республика өсөн биреү теләге ҙур булды, – тине Радий Фәрит улы. – Ниһайәт, минең ундай мөмкинлегем бар. Минең өсөн төбәгебеҙҙең төп байлыҡтарының береһе – беҙҙең Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙың ныҡлы милләт-ара дуҫлығы.