Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 10:15

Икенсе турҙы көткәндәр отоласаҡ. Һайлау алды кампанияһы бик тыныс бара.

Рәсәй төбәктәрендә 8 сентябрь берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек һәүетемсә бара. Беҙ, һайлауҙарҙың бәхәсле һәм низағлы үтеүенә күнгән халыҡ, бындай һиллеккә өйрәнмәгән. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең һигеҙ кеше булыуын һәм бындай миҫалдың башҡа төбәктәрҙә күҙәтелмәүен билдәләп үтте. Сәйәси технологтар бындай конкурентлыҡтың беренсе тапҡыр теркәлеүенә иғтибар итә һәм һаҡ ҡына икенсе турҙың мөмкин булыуына ишара яһай. Уларҙың өмөтө аҡланырлыҡмы?

Рәсәй төбәктәрендә 8 сентябрь берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек һәүетемсә бара. Беҙ, һайлауҙарҙың бәхәсле һәм низағлы үтеүенә күнгән халыҡ, бындай һиллеккә өйрәнмәгән. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең һигеҙ кеше булыуын һәм бындай миҫалдың башҡа төбәктәрҙә күҙәтелмәүен билдәләп үтте. Сәйәси технологтар бындай конкурентлыҡтың беренсе тапҡыр теркәлеүенә иғтибар итә һәм һаҡ ҡына икенсе турҙың мөмкин булыуына ишара яһай. Уларҙың өмөтө аҡланырлыҡмы?
Иң тәүҙә шуны билдәләйек, икенсе тур өҫтәлмә сығымдар һәм артабан үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауҙар, тигән һүҙ.
Әгәр Мәскәү сәйәси технологтарының мәғлүмәттәрен ысынға ҡабул итһәң, һөҙөмтәләр 8 сентябрь тәүге экзитпол, йәғни, һайлау ваҡытында фекер белешеү мәғлүмәттәренә ярашлы, билдәле булыуы ихтимал. Сөнки августа үткәрелгән фекер белешеү күрһәткестәре шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, Липецкий, Әстрәхан өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы, Волгоград өлкәһе, Ставраполь крайы, Вологда өлкәһе, Сахалин өлкәһе, Байҡар аръяғы крайы, Ырымбур, Курск, Силәбе өлкәләре, Ҡалмыҡ, Алтай республикалары, Мурманский, Ҡурған өлкәләре һайлаусылары губернатор ҡәнәфие яҙмышын тәүге турҙа уҡ хәл итмәксе.
Һеҙҙе Башҡортостанда үтәсәк һайлауҙарға ҡарата фараздар ҡыҙыҡһындырамы? Рәхим итегеҙ, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге турҙа уҡ 80 процентҡа тиклем тауыш йыйып, еңер тип күҙ аллана. Халыҡ ышанысын хәҙерге етәксе үҙенең көндәлек һәм ныҡышмалы эшмәкәрлеге менән раҫлай. 2018 йылдың октябрендә вазифаһына тәғәйенләнгән Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк республиканы уятып ебәргән һымаҡ булды. Власть, ниһайәт, ябай халыҡҡа яҡынайҙы һәм кешеләр менән интернет аша ғына түгел, күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашыу өҫтөнлөк итә башланы. Һуңғы йылдарҙа тупланған, ғүмерҙә хәл ителмәҫтәй тойолған, ауыр йөк һымаҡ көн һайын үҙәгебеҙгә үткән эреле-ваҡлы проблемалар хәл ителә. Шул уҡ подъездарҙы ремонтлау, йорт эргәһендәге ихаталарҙы төҙөкләндереү, ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн ваҡ мәсьәлә булып тойолған уңайлыҡтар тыуҙырыу, юлдар төҙөү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу – барыһы ла кешеләр мәнфәғәтендә эшләнә.
Күптәр Радий Хәбировтың һайлау алды көрәшендә ҡатнашмауына ғәжәп итә. Республика етәксеһе власть өсөн көрәш майҙанында үҙ урынын белә һәм шуның өсөн көндәлек эш менән булыуға өҫтөнлөк бирә. Ә эш, хәл итәһе мәсьәләләр күп, һәр көн ҡәҙерле. Ана, ураҡ ҡыҙғайны, ямғырҙар яуа башланы, комбайндар етешмәй, ә быйыл өс миллион тонна игенде йыйып алырға кәрәк.
Һайлауҙарҙың еңеүсеһе мәсьәләһе шик тыуҙырмай. Ә бына икенсе урынға кем дәғүә итә һуң? Бынан биш йыл элек һайлауҙарҙа ун процент йыйып, Юнир Ҡотлоғужин үҙен икенсе сәйәсмән, тип раҫлағайны. Быйыл нисек булыр? Бәлки ЛДПР-мы, “Ғәҙел Рәсәй”ме? Бойондороҡһоҙ кандидаттар ҙа етерлек. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Булһын, уларҙың да юғары вазифаға дәғүә итеүенә өйрәнәйек.
Һайлау – ярыш бит инде ул. Еңеүсе булғас, еңелеүселәре лә булырға тейеш. Һайлауҙан һуң, ни хәл итәһең, еңелеүселәр үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерәсәк, сәбәптәрен эҙләйәсәк, кемдәрҙелер ғәйепләйәсәк. Быныһы ла тәбиғи күренеш, бер-бер ярым, йәки ике-өс процент ҡына тауыш алыуыңды аҡларға кәрәк тәһә. Һәр уңышһыҙлыҡтан ыңғай һығымталар яһарға өйрәнәйек. Насар түгел дә инде, бер бөтөн йөҙҙән нисә процент тауыш йыйҙың, һәр бюллетенгә һинең фамилияң яҙылды, нисәмә көндәр буйы һинең хаҡта һөйләнеләр, һин иғтибар үҙәгендә булдың. Хәҙер һине бөтә республика белә. Ошонан да ҙур ҡаҙаныштың булыуы мөмкинме?
Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: