Ангела Меркель менән Владимир Путин араһындағы телефон аша һөйләшеүҙә Украина, Сүриә һәм Ливиялағы хәлдәр ҡаралды. Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн Германия, Франция, Рәсәй, Украина лидерҙарының саммитына әҙерлек эштәре бара. Осрашыу сентябрҙә үтергә тейеш.
Һөйләшеүҙәрҙе ҡыҙыулатмай сара юҡ, оҙаҡламай көҙгө һыуыҡтар башлана. Ә “Газпром” менән “Нафтогаз” араһында газ ҡыуҙырыу буйынса әле булһа килешеү төҙөлмәгән. Владимир Путин Ангела Меркель һәм Владимир Зеленский менән тәүге осрашыуҙа ошо мөһим мәсьәлә хәл ителер, тип көтөлә.
Әйткәндәй, Германия газға ҡарата үҙ ихтыяжының яртыһын тип әйтерлек Рәсәй иҫәбенә ҡаплай һәм газ ташыу буйынса килешеүҙең тиҙ арала төҙөлөүе улар мәнфәғәтендә. Ә “Нафтогаз”дың үҙ сәйәсәте, Украина һалҡындарҙың яҡынайыуын, ҡыштың ҡаты булыуына һылтанып, үҙ иҫәбенә тос ҡына ташламалар алырға иҫәп тота.