Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 10:05

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Өфө урамдары киңәйә.

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Өфө урамдары киңәйә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу 2024 йылға тиклем Өфө ҡалаһында юлдарҙың 80-90 процентын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк. Яҡын арала 50 км. самаһы юл, утыҙлап урын, авариялар йыш булған 20 боролош тулыһынса тәртипкә килтереләсәк.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу 2024 йылға тиклем Өфө ҡалаһында юлдарҙың 80-90 процентын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк. Яҡын арала 50 км. самаһы юл, утыҙлап урын, авариялар йыш булған 20 боролош тулыһынса тәртипкә килтереләсәк.
Юл һәләкәттәре йыш теркәлгән урындарҙа видеорегистраторҙар даими эшләйәсәк. Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтеү буйынса махсус уҡытыуҙар ойоштороласаҡ.
Юдарҙы ремонтлау сәбәпле барлыҡҡа килгән уңайһыҙлыҡтарҙы өфөләр ыңғай кисерә, ялыуҙар килгәне һәм ишетелгәне юҡ. Башҡаса мөмкин дә түгел, юл ремонтлау эштәре, ғәҙәттә, йәй көндәрендә ойошторола. Тимәк, был ваҡытлы күренеш.
Баш ҡаланың Орджоникидзе һәм Калинин райондарында йәшәүселәр айырыуса ғәжәпләнә, сөнки бындай күләмдәге ремонт эштәренең был яҡтарҙа ғүмерҙә булғаны юҡ. Юл эштәре бында өр-яңы технологиялар буйынса ойошторола һәм юлдарҙың оҙаҡ һаҡланыуына өмөт ҙур.
Читайте нас: